05:19 (UTC+5), 15 Марта 2011

Өфөлә Икенсе Фәхретдинов уҡыуҙары үткәрелә

Тимур Рәхмәтуллин
Өфөлә «Мосолман мәғарифының һәм мәҙәниәтенең инновацион ресурстары» икенсе Фәхретдинов уҡыуҙарына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына ултырышта ҡатнашҡан Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы директоры Илдар Малахов.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Фәхретдинов уҡыуҙары үтәсәк датаны билдәләне – 2011 йылдың 5 апреле. Үткәреү урыны – Башҡорт дәүләт филармонияһының Бәләкәй залы. Пленар ултырыштан һуң сарала ҡатнашыусылар секциялар буйлап тараласаҡ, улар М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге һәм М.Солтанова исемендәге Ислам колледжы биналарында үтәсәк.
Икенсе Фәхретдинов уҡыуҙарын ойоштороусылар БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт – конфессия ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты, БДПУ, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты һәм Нижегородка өлкәһе мосолмандары Диниә назараты сығыш яһай.
Беренсе Фәхретдинов уҡыуҙары 2009 йылдың апрелендә үткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика