09:02 (UTC+5), 11 Марта 2011

Туймазы республика балалар халыҡ хореография фестивален ҡабул итергә әҙерләнә

24 - 26 мартта Туймазыла III «Дуҫлыҡ хороводы» асыҡ республика балалар халыҡ хореография фестивале үтәсәк. Ул балалар халыҡ хореографияһын пропагандалау һәм артабан үҫтереү, үҫеп килеүсе быуынды эстетик йәһәттән тәрбиәләүҙә уның ролен көсәйтеү, халыҡ бейеүе үҫешенең перспективаларын билдәләү маҡсатында ойошторола. Фестивалде ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге һәм Туймазы районы муниципаль район хакимиәте сығыш яһай.
Конкурс ике йәш категорияһы буйынса үткәрелә: 9 йәштән 12 йәшкә тиклем һәм 12-нән 16 йәшкә тиклем. Еңеүселәрҙе Гран-при, лауреат һәм дипломанттар исемдәре көтә.
Сығыш яһауҙан бушаған арала балаларҙың «Һаумы, яңы дуҫ» дискотекаһында күңел асырға, Туймазы дәүләт татар драма театрында спектакль ҡарарға, Туймазы ҡалаһында күргәҙмә экскурсияла йөрөргә мөмкинселеге буласаҡ, ә коллектив етәкселәре өсөн ижади лаборатория ойошторола. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мәғлүмәте буйынса, Башҡортостан ҡалалары һәм райондарының ижади коллективтарынан тыш, күрше өлкәләрҙекеләр ҙә фестивалдә ҡатнашырға теләк белдергән. Хужалар байрамдың уңышлы үтеүе өсөн барыһын да эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика