09:09 (UTC+5), 11 Марта 2011

Наркотиктарға ҡаршы акция үтә

Ольга Мортазина
Башҡортостан «Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. 18 мартҡа тиклем 8-800-347-20-30 һанлы ышаныс телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Ҡала һәм райондар халҡы наркопритондарҙың ҡайҙа урынлашыуы, наркотиктар әҙерләү, һаҡлау һәм улар менән сауҙа итеү факттары тураһында хәбәр итә ала.
Профилактика һәм наркомандарҙы дауалау мәсьәләләре буйынса 229-75-58, 229-75-59 (БР Наркоконтроле), 279-40-92 (БР буйынса Эске эштәр министрлығы), 223-11-08 («Алкоголизм һәм наркоманияға юҡ» фонды), 8-917-384-40-60 (Рус Православие сиркәүенең Өфө епархияһы реабилитациялау үҙәге), 8-960-396-96-57 («Нәсихәт» ислам реабилитация үҙәге) телефондарына шылтыратырға мөмкин.
— Былтыр ышаныс телефонына 1600 шылтыратыу килде. Тикшереү барышында уларҙың яртыһы дөрөҫлөккә тап килде, был яҡшы һөҙөмтә, — тинеләр РФ Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР идаралығы матбуғат хеҙмәтендә. — Акция ваҡытында, ҡағиҙә булараҡ, шылтыратыуҙар күбәйә. Шуға күрә ышаныс телефонына килгән мөрәжәғәттәр нигеҙендә эшләгән оператив төркөмдәр ҙә көсәйтелә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика