12:48 (UTC+5), 10 Марта 2011

Башҡортостандың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы Кәтибә Кинйәбулатоваға бирелде

Сергей Захаров
Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы профессиональ яҙыусы Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатоваға бирелде.
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһын биреү буйынса комиссия тәҡдимен ҡарап, республика Президенты тейешле Указға ҡул ҡуйҙы. Был юғары наградаға Кәтибә Кинйәбулатова «Ҡолонсаҡ» һәм «Турғайҙар рәхмәте» китаптары өсөн лайыҡ булды.
Премияға дәғүә итеүгә ул БР Яҙыусылар ойошмаһы менән күрһәтелгәйне.
Белешмә өсөн. Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова БАССР-ҙың Арғаяш кантонында, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуған. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай. СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курсында белем ала.
Кәтибә Кинйәбулатованың тәүге китабы 1954 йылда сыға. Ул бер нисә повесть, шиғри йыйынтыҡтар, шулай балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр йыйынтыҡтары авторы. «Почет билдәһе» ордены менән наградланған, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика