Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.77
0
90.71
0
65.47
+0.06
13+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2011, 15:44
Сибайҙа әсәйҙәрҙе данлаусы һәйкәл асылды
Сибайҙа «Әсә булыу» скульптура композицияһын асыу тантанаһы үтте.
Бронзанан ҡойолған әсәй һәм балалар – малай менән ҡыҙ фигуралары ЗАГС янындағы скверҙа урын алды. Скульптуралар композицияһы әсәйҙәргә булған эскерһеҙ һөйөү символына һәм ҡала халҡының яратҡан урынына әйләнергә тейеш. Һәйкәл авторҙары – Мәскәү скульпторҙары ағалы-энеле Вадим һәм Станислав Кирилловтар. Уны эшләүҙә Сибайҙың төҙөлөш ойошмалары ла ҡатнашҡан.
Һәйкәлде асыу тантанаһында Рәсәй юристары ассоциацияһы рәйесе, РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының граждандар, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль закондар сығарыу буйынса комитеты рәйесе, юридик фәндәр докторы, профессор Павел Крашенинников, уның урынбаҫары Андрей Назаров, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Фәим Айҙарбәков һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты. Тантанала билдәләнеүенсә, әсә булыу - Ерҙә мәңге һаҡлана торған ҡиммәттәрҙән, әсә-ҡатын ғүмер бүләк итә, ғаилә усағын һәм йылыһын һаҡлай.
Бөгөн Сибайҙа 320 ғаилә күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Ун ете әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Һуңғы йылдарҙа ҡалала тыуымдың тотороҡло артыуы күҙәтелә: әгәр 2009 йылда 1008 бала яҡты донъяға килһә, 2010 йылда – 1044. 2011 йылдың ғинуар-февралендә генә 142 сабый тыуған, тип хәбәр иттеләр ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Автор:
Тимур Рәхмәтуллин
Теги:
һәйкәлдәр
Читайте нас: