12:26 (UTC+5), 04 Марта 2011

Башҡортостан халҡының медицина хеҙмәткәрҙәренә ялыуҙары күбәйҙе

Әлфиә Әһлиуллина
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре буйынса халыҡтан мөрәжәғәттәр күбәйҙе. Мәҫәлән, 2010 йылда республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына граждандарҙан 4 мең яҙма мөрәжәғәт килгән, был элгәре йыл менән сағыштырғанда 34 процентҡа күберәк.
Күптән түгел ведомствоның 2010 йыл йомғаҡтары буйынса үткән киңәйтелгән коллегияһында БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев үҙенең докладында билдәләүенсә, 100 мең кешегә иҫәпләгәндә иң күп хаттар Өфө, Салауат, Күмертау ҡалалары, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Ғафури райондары халҡынан килгән.
Тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, медикаменттарҙы һаҡлау һәм таратыу шарттарын үтәмәү, дарыуҙарҙың минималь ассортиментының, медицина эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле матди-техник тәьминәттең тулы исемлеген раҫлаусы документтарҙың булмауы, медицина ярҙамы сифатына ведомство эсендәге контролдең тейешенсә ойошторолмауы менән бәйле етешһеҙлектәр йыш осрай.
Һаулыҡ һаҡлау министры фекеренсә, етәкселәр аралашыу өсөн асығыраҡ булһа, граждандарҙың проблемаларына иғтибар бирһә, етешһеҙлектәргә юл ҡуймау буйынса саралар күрһә, ялыуҙар аҙыраҡ булыр ине.
- Граждандарҙы ҡабул итеү, дауалау учреждениеларының сайттарын асыу һәм унда тейешле мәғлүмәттәрҙе урынлаштырыу буйынса эште яҡшыртырға кәрәк, – тип мөрәжәғәт итте Георгий Шебаев коллегияла медицина учреждениелары етәкселәренә. – Кеше дауалау учреждениеһына ярҙам һорап, билдәле бер эмоциональ хәлдә килә. Тупаҫлыҡ һәм битарафлыҡ менән осрашһа, пациент ялыу итергә мәжбүр. Беҙ ауырыуҙарға мөнәсәбәтте үҙгәртергә, миһырбанлы, иғтибарлы булырға тейешбеҙ. Шәхсән һеҙгә этика һәм деонтология принциптарын үтәргә, ошоно уҡ үҙ хеҙмәткәрҙәреңдән талап итергә кәрәк, – тине министр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика