10:27 (UTC+5), 03 Марта 2011

«Каруанһарай» төркөмө элекке составта сығыш яһаясаҡ

Әлфиә Әһлиуллина
Легендар «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмө элекке составта концерт әҙерләй. Төркөм тулы составта мөләйем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлау һәм уларға үҙҙәренең иң яҡшы йырҙарын бүләк итеү өсөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы залында йыйыласаҡ. Концерт 8 Мартҡа планлаштырылған. Унда Рәсүл Ҡарабулатов (Башҡорт дәүләт филармонияһының хәҙерге директоры), Вилдан Яруллин, Артур Туҡтағолов, Әмир Тойғонов, Олег Жданов, Анатолий Трофимов, Юлия Чигвинцева, Рафаэль Сәғитов, Алһыу Бәхтиева, Наил Шәймәрҙәнов, Лилия Ишемйәрова, Заһир Шәйәхмәтов һәм, әлбиттә, бөгөн Мәхмүт Нәҙершин етәкселегендәге «Каруанһарай»ҙың йәш составы сығыш яһаясаҡ.
Шуны әйтергә кәрәк, был ансамблдең башҡарыу стиле үҙенсәлеге башҡорт фольклорын заманса ритмдар һәм көйҙәр аша үҙгәртеп биреүгә ҡайтып ҡала. Байрам кисәһендә музыканттар ҡатын-ҡыҙға һәм тыуған еренә арналған йырҙар башҡарасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика