07:04 (UTC+5), 02 Марта 2011

Марсель Сәлимов Шиғриәт академияһының ағза-корреспонденты итеп һайланды

Әлим Фәйезов
Билдәле башҡорт яҙыусы-сатиригы һәм шағир-юморисы, Сергей Михалков исемендәге Халыҡ-ара әҙәби премия лауреаты Марсель Сәлимов Шиғриәт академияһының ағза-корреспонденты итеп һайланды. Рәсәйҙә илебеҙ халыҡтарының ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеүсе мәҙәниәт үҙәге булараҡ төҙөлгән Академия эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — федераль программалар сиктәрендә йыллыҡ «Шиғриәт академияһы» альманахы тирәләй күп һанлы әҙәби йүнәлештәрҙе берләштереү, Шиғриәт көнөндә ЮНЕСКО яҡлауында халыҡ-ара шиғриәт форумдары үткәреү.
ЮНЕСКО ҡарары менән йыл һайын 21 мартта билдәләнгән Бөтөн донъя шиғриәт көнө алдынан, «Московский писатель» нәшриәтендә «Шиғриәт академияһы» альманахының бөйөк рус ғалимы һәм шағир Михаил Васильевич Ломоносовтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған сираттағы һаны донъя күрҙе, унда Валентин Устинов, Станислав Куняев, Иван Переверзин, Владимир Бояринов, Геннадий Иванов, Владимир Гусев (Мәскәү), Глеб Горбовский (Санкт-Петербург), Любовь Ладейщикова (Екатеринбург), Рауил Бухараев (Лондон), Армас Мишин (Карелия) кеүек Рәсәйҙең танылған шағирҙарының шиғырҙары баҫылған. Башҡорт шиғриәтен альманахта Шиғриәт академияһының яңы һайланған ағза-корреспонденты Марсель Сәлимов тәҡдим итә. Йыллыҡ альманахҡа уның Мәскәү шағирҙары Николай Переяслов һәм Иван Тертычный тәржемәһендә лирик һәм юмористик шиғырҙары индерелгән.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика