07:40 (UTC+5), 01 Марта 2011

Милиция әкренләп полицияға әйләнә

Ольга Мортазина
1 мартта «Полиция тураһында закон» көсөнә инде. Документ бөгөнгө көндән киҫкен үҙгәрештәр күҙалламай. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре 2012 йылдың 1 мартына тиклем милиционерҙар булып ҡаласаҡ. Шул ваҡытта ғына улар яңы «полиция» формаһын кейәсәк. Уны раҫларға һәм тегергә лә кәрәк әле.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар эш хаҡының артыуын да әле генә күрә алмаҫ, моғайын. Ул 2012 йылдың 1 ғинуарынан көтөлә ине. Ысынбарлыҡта эш хаҡын арттырыуҙы бер нисә йылға кисектереп тороуҙары ихтимал, сөнки үҙгәртеп ҡороуҙарға аҡса күп китәсәк.
Киләһе Яңы йылға тиклем аттестациялар һәм штат иҫәбен ҡыҫҡартыу үткәреләсәк. Ведомство структураһы быйыл уҡ үҙгәрергә тейеш.
— Беҙ федераль министрлыҡтың приказдарын көтәбеҙ, — тип хәбәр итте БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Максим Родионов. — Милиционерҙар бөгөнгө көндән башлап исеме, фамилияһы, вазифаһы күрһәтелгән бейдждар тағып йөрөргә тейеш. Ә ҡулға алынғандарға телефондан һөйләшеүгә мөмкинлек бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика