10:29 (UTC+5), 28 Февраля 2011

«Селигер-2011» Бөтөн Рәсәй форумы заявкалар ҡабул итә башланы

Эльмира Сабирова
«Селигер-2011» форумына барасаҡ кешеләрҙе теркәү башланды. Быйыл етенсе тапҡырына илдең талантлы йәштәре Тверь өлкәһендәге күл буйына йыйыласаҡ. Дөрөҫ, унда эләгеү өсөн заявка тултырырға, тейешле заданиеларҙы үтәргә һәм рейтингтан үтергә кәрәк. Традицион рәүештә, программала фәнни конференциялар, «түңәрәк өҫтәлдәр», күргәҙмәләр, фестивалдәр, акциялар, йәрминкәләр, ярыштар, билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, Рәсәй үҫеше буйынса белем биреү программаларын һәм проекттарын презентациялау. Бөтәһе туғыҙ тематик смена ойоштороласаҡ, уларҙың өсәүһе – яңы. Былар — спорт йүнәлешендәге «Минең арттан йүгер», торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренә арналған «Бөтә йорттар» һәм Рәсәйҙә йәшәргә теләгән һәм үҙе тирәләй күргән бөтөн проблемаларҙы хәл итергә йыйынған йәштәрҙе берләштереүсе «Сәйәсәт» федераль проекты.
«Селигер-2011» 22 июндә башлана һәм 2 августа тамамланасаҡ.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы республика йәштәрен әүҙемлеккә саҡыра. Ведомствоның йәштәр ойошмалары менән эшләү бүлеге начальнигы Энже Ғәниеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, «Селигер» – ул үҙ программаң, проектың йәки идеяң менән ҡыҙыҡһынған структураларҙы таныштырыу мөмкинлеге.
— Был инвестицияларға, гранттарға, ҙур шәхси компаниялар һәм дәүләт корпорациялары фондтарына, дәүләт программаларына тура юл, — тип иҫәпләй ул.
Форумдың башҡа йүнәлештәре тураһында мәғлүмәт «Селигер-2011» рәсми сайтында урынлаштырылған: http://www.forumseliger.ru/. Ойоштороу комитеты контакттары: info@forumseliger.ru.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика