03:37 (UTC+5), 28 Февраля 2011

Өфөлә IV Бөтә Рәсәй ҡышҡы Сбербанкиадаға старт бирелде

Светлана Ғәфүрова | фото: Әлмир Сибәғәтуллин
27 февралдә Өфөлә Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы ойошторолоуҙың 170 йыллығына арналған IV Бөтә Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы ҡышҡы спартакиадаһы башланды. Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Украина, Белоруссия илдәренән ике тиҫтә команда йыйылды. Сараны асыу тантанаһында Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы президенты, идара рәйесе Герман Греф, БР Президенты Рөстәм Хәмитов, Олимпия комитетының почетлы президенты Леонид Тягачев һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Спартакиада 3 мартҡа тиклем дауам итәсәк, наградаларҙың 26 комплекты өсөн 800-ҙән ашыу спортсы хоккей, биатлон, саңғы, тау саңғыһы, коньки, сноуборд спорты төрҙәрендә көс һынашасаҡ.
Байрам сағыу лазер шоуы менән башланды, бейеү коллективтары сығыш яһаны, башҡорт һыбайлылары вольтижировка күрһәтте. Сочи ҡалаһында 2014 йылда үтәсәк Олимпия уйындары символдарының береһе – Аҡ Айыуҙың сәхнәгә сығыуы тамашаны тағы ла сағыуландырып ебәрҙе.
Тантананы асып, БР Президенты Рөстәм Хәмитов бәйгенең етдилеген, мөһимлеген һәм киңлеген билдәләне, спортсыларға уңыштар теләне.
Ил кимәлендәге бәйгене үткәреү урыны итеп тап Өфөнө һайлау сәбәбе тураһында Герман Греф былай тип белдерҙе:
– Беҙҙең спорт объекттарына талаптарыбыҙ юғары. Өфө уларға тулыһынса яуап бирә. Унан тыш, төбәктә бындай ярыш үткәрелгәне булмаған. БР Президенты Рөстәм Хәмитов спартакиада үткәреү тәҡдимен ихлас, ҡунаҡсыллыҡ тойғоһо менән ҡабул итте. Беҙҙең белгестәр билдәләүенсә, Өфөлә донъя кимәлендәге бынамын тигән инфраструктура бар.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бындай башланғыс кешеләрҙе берләштерә: «Беҙҙең Һаҡлыҡ банкыһы менән спортта ғына түгел, эштәрҙә лә уртаҡ пландар бар – Өфөлә эшлекле килешеүҙәргә ҡул ҡуймаҡсыбыҙ. Һаҡлыҡ банкыһы етәксеһенең беҙгә килеүе – ҙур уңыш». Әйткәндәй, Башҡортостан Президенты үҙе лә тау саңғыһы буйынса бәйгелә көс һынамаҡсы.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика