Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.77
+0.46
90.71
+0.61
65.39
+0.86
16+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2011, 18:04

Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәре үтәсәк

29 марттан 1 апрелгә тиклем Өфөлә Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәре үтәсәк. Республика Хөкүмәте бойороғо менән вице-премьер Зөһрә Рәхмәтуллина рәйеслегендә ойоштороу комитеты составы раҫланды.
Дүрт көндөң һәр береһен айырым тематикаға арнарға планлаштырыла. Йәштәр фәне көндәре йәштәрҙең фәндәге көнүҙәк проблемаларына: фәнни һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә, йәштәрҙе инновация процесына йәлеп итеүгә, мәшғүллек һәм эшҡыуарлыҡҡа иғтибар бирәсәк.
Бынан тыш, Йәштәр фәне көндәре сиктәрендә мастер-кластар, фәнни-популяр лекциялар, республиканың юғары уҡыу йорттары конференциялары, экскурсиялар ойоштороласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: