08:43 (UTC+5), 22 Февраля 2011

Өфө властары боҙбармаҡтарға һуғыш иғлан итте

Евгений Рәхимҡолов
Өфө властары боҙбармаҡтарға һуғыш иғлан итте. Проблеманы шишәмбе көндө Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев күтәрҙе.
Уның әйтеүенсә, бөгөн ҡаланың өс районына ҡыйыҡтарҙағы ҡар ҡатламы һәм уның ҡыйыҡ ситенән һалынып тороуы буйынса дәғүәләр бар. Дим районында талаптарға яуап бирмәгән - 17 объект, Совет районында – 11, Калинин районында дүрт объект барлығы асыҡланған.
Павел Качкаевтың билдәләүенсә, һыуыҡтар таҙартылмаған ҡыйыҡтар өсөн аҡланыу була алмай. Эштәр бер нәмәгә ҡарамай башҡарылырға тейеш, сөнки кешеләр ғүмере хәүеф аҫтына ҡуйылыуы ихтимал.
Йыл һайын тиерлек Өфөлә ҡыйыҡтан төшкән боҙбармаҡтар арҡаһында кешеләр һәләк була. Былтыр март айында шундай осраҡ булды: бер көндә ҡыйыҡтан ҡар шыуыуы арҡаһында бер юлы ике ир-егеттең ғүмере өҙөлдө.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика