07:08 (UTC+5), 15 Февраля 2011

Башҡортостан Президенты баскетболсылар менән осрашты

Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков һәм БР БФ
14 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика Йортонда Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда баскетболды пропагандалаусылар — Олимпия чемпионы, “КЭС-Баскет” Рәсәй мәктәп баскетбол лигаһының почетлы президенты, Рәсәй Студенттар баскетболы ассоциацияһының вице-президенты Сергей Белов, “КЭС-Баскет” Рәсәй мәктәп баскетбол лигаһының генераль директоры Алексей Фролов, Башҡортостан Республикаһының Баскетбол федерацияһы директоры, республикалағы Студент баскетболы ассоциацияһы һәм “КЭС-Баскет” мәктәп баскетбол лигаһы рәйесе Сергей Медведев менән осрашты. Республика башлығы менән осрашыуҙа республиканың йәштә сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин да ҡатнашты.
— Баскетбол Башҡортостанда бик популяр, — тип билдәләне баскетбол функционерҙары менән әңгәмәлә Рөстәм Хәмитов. – Эйе, беҙҙең профессиональ командабыҙ юҡ, әммә ихата спорты, мәктәп командалары кимәлендә баскетболға ҡыҙыҡһыныу ҙур. Республикала ысын баскетбол командаһы, йәғни квалификациялы уйынсылар барлыҡҡа килеүен теләйбеҙ.
Быға яуап итеп, ватан баскетболының тере легендаһы Сергей Белов шулай тине:
— Беҙ Рәсәйҙә мәктәп спортын юғары кимәлгә күтәрергә, һәм бының өсөн әҙер продуктты ошо спорт төрө - баскетбол менән билдәләргә теләйбеҙ. Был миҙгелдә күмәк халыҡ ҡатнашлығында үткән ярыштарҙа – «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатында Рәсәйҙең 906 мәктәбе ҡатнаша.
Был уйынды республикала тағы ла нығыраҡ популярлаштырыу өсөн баскетболды үҫтереүҙең төбәк программаһын ҡабул итергә, бәлки, профессиональ команда ойоштороу хаҡында ла уйларға кәрәктер, — тип билдәләне Сергей Александрович.
Белов был мәсьәләлә республика Президентының уларҙы тулыһынса аңлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика