Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.53
+0.06
92.27
-0.01
66.89
+0.15
14+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2011, 12:26
Илдар Абдразаҡов - «Грэмми» премияһы лауреаты
Яҡташыбыҙ – билдәле опера йырсыһы, Мариинка театры солисы Илдар Абдразаҡов абруйлы «Грэмми» музыкаль премияһы лауреаттары исемлеген тулыландырҙы.
Йырсы «Реквием» альбомы өсөн АҠШ Милли сәнғәт һәм тауыш яҙыу техникаһы академияһының ике наградаһын алды, уның был эше «Иң яҡшы классик альбом» тип табылды, өҫтәүенә ул «Иң яҡшы хор менән башҡарыу» (Best Choral Performance) номинацияһында еңде. Был хаҡта академияның рәсми сайты хәбәр итә.
«Реквием» альбомын эшләүҙә Абдразаҡовтан тыш, уның Мариинканан хеҙмәттәше Ольга Бородина, йырсылар Барбара Фриттоли һәм Марио Дзеффири, Италиянан билдәле дирижер Рикардо Мути, шулай уҡ Симфоник оркестр һәм Чикаго хоры ҡатнашты.
Премия тапшырыу тантанаһы Лос-Анджелеста үтте.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
премиялар
Читайте нас: