09:12 (UTC+5), 11 Февраля 2011

«Рәсәй саңғы юлы-2011» Башҡортостанда 12 һәм 13 февралдә үтәсәк

Дмитрий Слезин
Алдағы ял көндәрендә традицион ҡышҡы ярыш — күмәк халыҡ ҡатнашлығында XXIX Бөтә Рәсәй «Рәсәй саңғы юлы-2011» саңғы ярыштары үтәсәк.
Өфөлә ул ике көн дауамында — 12 һәм 13 февралдә барасаҡ.
Быйыл «Рәсәй саңғы юлы» республиканың баш ҡалаһында бишенсе тапҡыр ойошторола. Бөтә Рәсәй «Рәсәй саңғы юлы-2011» күләмле саңғы ярыштарына Өфөлә ун меңдән ашыу кеше сығыуы көтөлә, шуларҙы биш меңе —республика ҡалаларында.
Ярыштарҙа мәктәп уҡыусылары, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары, ҡала ойошмалары һәм предприятиелары, дәүләт учреждениелары вәкилдәре, саңғы спортын үҙ итеүселәр ҡатнашасаҡ.
12 февралдә ярыштар Өфөнөң биш районында үтәсәк (барыһында ла ул сәғәт 12-лә башлана): Дим районы, «Баланово» урман паркы зонаһы, Киров районы, «Ҡояшлы» пляжы, Ленин районы, «Водник» стадионы, Совет районы, Ботаника баҡсаһы районындағы Уваров аҡланы, Октябрь районы, «Ҡашҡаҙан» паркы.
Ярыштарҙың төп старты 13 февралдә «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында үтә (башлана 12 сәғәттә), унда Орджоникидзе һәм Калинин райондары вәкилдәре ҡатнаша, шулай уҡ Өфөнөң башҡа райондарынан, Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан теләге булғандарҙың барыһы ла үҙҙәрен һынап ҡарай ала.
Бында тәүгеләрҙән булып 2014 метрлыҡ дистанцияла VIP-уҙышта ҡатнашыусылар (предприятиелар һәм ойошмалар, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар етәкселәре) һәм спорт менән дуҫ ғаиләләр стартҡа сыға.
Икенсе булып 3 километр араға 7 - 17 йәштәрҙәге малайҙар һәм егеттәр стартҡа сығасаҡ.
Өсөнсө булып 3 километрлыҡ дистанцияла 7 - 17 йәштәрҙәге ҡыҙҙар ҡатнаша.
IV ярыштарҙа 18 һәм унан өлкән ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар стартҡа сығасаҡ.
Иң өлкән һәм иң йәш ҡатнашыусы махсус бүләк аласаҡ. Ғаиләләрҙең дистанциялағы һөҙөмтәләре суммаһы буйынса беренсе өс ғаилә наградланасаҡ.
«Биатлон» комплексындағы тантанала Бәләкәй Олимпиа утын тоҡандырыу ҙа планлаштырыла.
Шулай уҡ 13 февралдә «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында ярыштарҙы асыу тантанаһынан һуң Рәсәйҙә Олимпиада хәрәкәтенең йөҙ йыллығына арналған «Ихата чемпиондары лигаһы. Ҡышҡы старт!» спорт байрамы башланасаҡ.
«Ихата чемпиондары лигаһы. Ҡышҡы старт!» ярыштарында Өфөләге балалар-үҫмерҙәр клубтары командалары, шулай уҡ теләге булған 12 - 16 йәштәрҙәге үҫмерҙәр ҡатнашасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика