13:38 (UTC+5), 09 Февраля 2011

2010 йылда Башҡортостан халҡы балаларына Эсмеральда һәм Янислав тигән исемдәр ҡушҡан

Башҡортостан халҡы 2010 йылда балаларына Эсмеральда, Эльсиера, Йософ, Йәмилә, Янислав һәм Ян кеүек үҙенсәлекле исемдәр биргән. Был турала «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы начальнигы Зифа Әбүбәкирова хәбәр итте.
Ведомство мәғлүмәтенә ярашлы, Тимур, Әмир, Арслан, Илназ, Булат, Артем, Данил, Кирилл, Степан, Егор уҙған йыл йомғаҡтары буйынса иң популяр ир-егеттәр исеме булған.
Ҡыҙҙар араһында иң күп ҡушылған исемдәр – Ләйсән, Лиана, Динара, Ынйы, Регина, Анастасия, София, Полина, Ангелина, Дарья.
Зифа Әбүбәкированың билдәләүенсә, Башҡортостанда ҡыҙҙарға ҡарағанда малайҙар күберәк тыуа.
— 2010 йылда яңы тыуған ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында айырма 1482-гә тиң булды, — тине ул. — 29 571 малай тыуҙы, ҡыҙҙар – 28 089. Йәмғеһе 57660 бала тыуыуы теркәлде — 2009 йылға ҡарағанда 2,5 процентҡа күберәк. Өфөлә тыуыу тураһында акттар иҫәбе 7,1 процентҡа артты.
Ул, 2010 йылда 441 игеҙәк һәм ете ғаиләлә өс игеҙ балалалар яҡты донъяға килде, тип өҫтәне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика