Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.77
-0.34
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2011, 16:56

Йәш ғалимдарға Башҡортостан Республикаһы гранттары тапшырылды

Шишәмбе, 8 февралдә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Йортонда йәш ғалимдарҙы тәбрикләнеләр. Бишенсе тапҡыр фән һәм инновациялар өлкәһендәге иң юғары ҡаҙаныштар республика гранттары менән билдәләнде.
Быйыл улар 53 йәш ғалимға, шул иҫәптән ун бер йәштәр ғилми коллективтары составындағы кешеләргә бирелде. Ғилми эшләнмәләр өсөн матди дәртләндереү күләме 60 мең һум тәшкил итте.
Ғилми эштәр конкурсы еңеүселәренә дипломдарҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Рәхмәтуллина тапшырҙы. Ул йәш ғалимдарҙы һөнәри байрамдары — Рәсәй фәне көнө менән, шулай уҡ тикшеренеүҙәге юғары ҡаҙаныштары менән ҡотланы.
— Бөгөн мөһим дата — Рәсәй фәне көнө. Ғилми эштәр конкурсы еңеүсеһе дипломын алыу — икеләтә байрам, - тине Зөһрә Рәхмәтуллина. — Республиканың үҙенең һәләтле йәштәргә ярҙам системаһы бар. Йыл һайын Әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә дәүләт йәштәр премиялары, Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары, докторанттар, аспиранттар һәм студенттарға Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиялары тапшырыла.
Премьер-министр урынбаҫарының билдәләүенсә, бөгөн төбәк етәкселеге йәштәргә иҫәп тота, сөнки улар - тәбиғи инновацион класс.
— Башҡортостан Республикаһында ғилми институттарҙа, лабораторияларҙа, юғары уҡыу йорттары кафедраларында 35 йәшкә тиклемге 2500-ҙән ашыу йәш ғалим һәм уҡытыусылар эшләй, — тип билдәләне Зөһрә Рәхмәтуллина. — Сит илдәрҙең ғилми үҙәктәрендә йәш белгестәр әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү буйынса республика программаһы эшләй.
Шулай уҡ йәш ғалимдарҙы конкурста еңеүҙәре һәм гранттар алыуы менән БР Фәндәр академияһы президенты, БР ректорҙар союзы рәйесе, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Айрат Шаммазов ҡотланы.
— Республика бөгөн йәш таланттар үҫеше өсөн шарттар булдыра. Үҙ ваҡытында Башҡортостан етәкселеге яҙам иткән фән мәктәптәре ғалимдар быуынын тәрбиәләне, - тине ул. – Йәш таланттар бер грантта ғына туҡталып ҡалмаһын һәм үҙҙәренең тикшеренеүҙәрендә уларҙың файҙаһын да уйлаһын, тигән теләктәмен.
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, педагогия фәндәре докторы Раил Әсәҙуллин фекеренсә, тәҡдим ителгән ғилми инновацион эштәр араһында бөгөндән үк производствоға индерергә мөмкин булғандары бар.
БДПУ доценты Айҙар Бикмәтов Башҡортостан Республикаһы грантының йәш ғалимдар өсөн бик яҡшы дәртләндереү сараһы, үткәрелгән тикшереүҙәрҙең көнүҙәклеген раҫлаусы мәртәбәле дәүләт ярҙамы булыуын билдәләне.
Күп ғалимдар республика грантына дәғүә итеүгә конкурста беренсегә генә ҡатнашмай.
Лайыҡлы наградаһын бөгөн Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдары коллективы ла алды.
— Беҙ кешенең молекуляр генетикаһы өлкәһендә тикшеренеү алып барҙыҡ һәм «Ныҡлы сәләмәтлек формалашыуын комплекслы өйрәнеү» проектын тәҡдим иттек, — ти йәш ғалимдар коллективы ағзаһы Елена Воробьева. — Кеше үҙенең тышҡы һәм эске ресурстарын ҡулланып, нисек һаулығын һаҡлап ҡала алыуын төшөнөү беҙҙең өсөн мөһим ине.
Автор:Руфина Хананова | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: