Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
85.57
-0.42
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2011, 09:53

Өфөнөң «тиҙ ярҙамы» интернетта күрһәтелгән

Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы станцияһы хәҙер интернетта ла күрһәтелгән. Ҡаланың «тиҙ ярҙам» сайты www.03ufa.ru адресы буйынса эшләй башланы.
Әлегә Интернет битендә хакимиәт, Өфө «тиҙ ярҙам»ының тарихы, белгестәр консультациялары, форум һәм фотогалерея күрһәтелгән.
Сайт форумында тәүгеләрҙән булып Ашығыс медицина ярҙамы станцияһының баш табибы Марат Йыһаншин яҙа:
«Барыһы ла тиҙ генә килеп сығыр, тип уйламайым. Ләкин ул ниндәй маҡсатта эшләнгән, шул тормошҡа ашыр, тип ышанам: беҙ барыбыҙ ҙа аралашырға, фекерҙәребеҙҙе әйтергә һәм һорауҙарыбыҙға яуап алырға мөмкинлек аласаҡбыҙ. Һәм бында барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Бындай осраҡта әйтелгәнсә: «Хәйерле юл!»
Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: