Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.85
-0.33
93.92
-0.13
63.58
+0.26
6+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2011, 16:34

"Башинформ" агентлығы директорҙар советының яңы составы һайланды

Башҡортостан Республикаһының ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрының 2011 йылдың 2 февралендәге приказы менән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директорҙар советы ағзаларының вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылды.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директорҙар советының яңы составына биш кеше һайланды: Ростислав Мырҙағолов – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары; Павел Самойлин – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе; Борис Мелкоедов – Башҡортостан Республикаһы элемтә һәм киң коммуникациялар министры; Петр Цисин –Башҡортостан Республикаһы ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары; Максим Ульчев – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: