05:13 (UTC+5), 03 Февраля 2011

Башҡортостан социаль картаны индереү тәжрибәһе менән уртаҡлаша

"Башинформ"
2 февралдә Өфөгә Башҡортостандың социаль картаны индереү тәжрибәһен өйрәнеү өсөн Хабаровск крайы делегацияһы килде.
Хабаровск крайының мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә буйынса комитет рәйесе Павел Уваров етәкселегендәге делегацияһы Башҡортостан социаль картаһын сығарыу механизмы һәм «Башҡортостан социаль карталар регистры» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Берҙәм регистратураның эше менән танышты.
Ҡунаҡтар универсаль электрон карта ярҙамында дәүләт хеҙмәтләндереүҙәрен электрон төргә күсереү буйынса портал проекты һәм вәкәләтле ойошма инфокиоскыларында һәм банк-ҡатнашыусы банкоматында социаль карта ҡушымтаһының эше менән таныштырылды. Былар һалым ҡушымтаһы, Рәсәй Пенсия фонды ҡушымтаһы, Эске эштәр министрлығы ҡушымтаһы (банкоматта түләү), Росреестр ҡушымтаһы һәм врачҡа яҙылыу.
Шулай уҡ халыҡты социаль яҡлау территориаль органында «Башҡортостан социаль картаһы» проекты буйынса эшләү (анкета-заявкалар ҡабул итеү һәм социаль карталар биреү) күрһәтелде, ә ҡала медучреждениеларының береһендә (46-сы поликлиника) ҡунаҡтар регистратура, врач һәм провизорҙың автоматлаштырылған эш урынында Башҡортостан социаль картаһының эше менән танышты, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика