10:54 (UTC+5), 03 Февраля 2011

Ауылдарҙа яңы балалар баҡсалары асыла

Мөсәүир Камалетдинов
Иҫке Туймазы ауылы – Туймазы районы муниципаль районының иң ҙур тораҡ пункттарының береһе. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәдис Вәлиәхмәтовтың әйтеүенсә, бында - 1300-ҙән ашыу, ә ауыл биләмәһендә 2 мең самаһы кеше йәшәй. Ауыл йәштәре әүҙем ғаилә ҡора, дәүләт ярҙамы, тәү сиратта, «әсәлек капиталы» һәм ташламалы кредиттар арҡаһында, бәләкәй ватанында үҙ йорттарын һала. Тыуым арта. Йыл һайын ауылда 20-ләп бала яҡты донъяға килә. 1974 йылда төҙөлгән 35 урынлыҡ балалар баҡсаһы бығаса 67 баланы ҡабул итергә мәжбүр булған. Ләкин урындар барыбер етмәй. Бынан ары Иҫке Туймазыла балалар баҡсаһына сираттар булмаясаҡ. Көн элгәре унда 110 урынға иҫәпләнгән кирбестән һалынған ике ҡатлы яңы балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Тәүгеләрҙән булып бәләкәй төркөм балалары өй туйланы. Аҙна дауамында урта һәм өлкән әҙерлек төркөмө балалары ла бында күсереләсәк. Уларға уңайлы шарттар булдырылған: музыкаль һәм спорт залдары, медицина блогы һәм цехтары менән туҡланыу блогы бар. Был мөһим социаль объект республика ҡаҙнаһынан финансланған. Ә бына бинаны проектлауҙы, уҡытыу-тәрбиәләү процесында кәрәкле бөтөн әйберҙәр менән йыһазландырыуҙы урындағы эшҡыуарҙар үҙ өҫтөнә алған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика