04:24 (UTC+5), 28 Ғинуар 2011

Өфө лимонарийында мушмула өлгөрҙө

Ғәлиә Нәбиева
Өфө лимонарийында йыл әйләнәһенә уңыш йыйыла. Бер экзотик емештәргә алмашҡа икенселәре килә. Лимонарий хеҙмәткәрҙәре әле генә лимондар йыйып алғайны, инде мушмула өлгөрҙө. Был емеш ағасының тыуған ере тип Кавказ иҫәпләнә. Һары бәрхәт емештәр сливаны хәтерләтә. Уларҙың тәмен экзотик үҫентеләр плантацияларын тәрбиәләүҙә ярҙам иткән студенттар тейешенсә баһалап та өлгөргән. Лимондарҙан айырмалы мушмула емештәрен лимонарий һатыуға сығармай. Улар үрсетеүгә китә. Әлегә быяла аҫтында емеш биреүсе бер генә ағас үҫә, бер аҙҙан бында ҙур мушмула баҡсаһы буласаҡ.
Әйткәндәй, ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан лимонарийҙың төп культуралары мул уңыш биргән. Быйыл бында 22 тонна цитруслылар йыйып алынған.
Әлегә талымлы үҫемлектәр һыуыҡтарға бирешмәй, ти уҡыу-тәжрибә хужалығы мөдире Фәриҙә Садиҡова. Белгестәр теплицаларҙа тейешле микроклимат һаҡларға тырыша. Тиҙҙән, февраль уртаһында, лимонарийҙа иң матур мәл – сәскә атыу осоро башланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика