Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83.87
-0.77
91.53
+0.1
73.06
+0.06
8+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2011, 15:26

Өфөлә Арыҫлан Мөбәрәковтың исеме мәңгеләштерелде

Өфөлә тантаналы рәүештә актёр, режиссёр, драматург, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковҡа таҡтаташ астылар. Ул ҡасандыр артист йәшәгән Ленин урамындағы 2-се йортта ҡуйылды.
Таҡтаташ асыу тантанаһында власть вәкилдәре, артистың дуҫтары, яҡындары һәм коллегалары ҡатнашты.
— Арыҫлан Мөбәрәковтың исеме башҡорт театр мәҙәниәте үҫешенең әхлаҡи нигеҙе булып тора, — тине БР мәҙәниәт министры Асҡар Абдразаҡов. — Бөгөн таҡтаташ асып, беҙ бөтә ғүмерен Башҡортостан Республикаһында театр сәнғәтен үҫтереүгә арнаған мәшһүр кешегә хөрмәт күрһәтәбеҙ. Үҙ таланты менән ул Башҡортостан рухи яҡтан, үҙенең күренекле артистары менән көслө булыуын күрһәтте.
Арыҫлан Мөбәрәков 1908 йылдың 15 декабрендә Белорет районының Асы ауылында тыуған. 1934 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем ул Башҡорт академия драма театрында актер, режиссер, художество етәксеһе һәм директор булып эшләй. Оҫта 20-нән артыҡ спектакль ҡуя, улар араһында Н. Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты», Р. Бикбайҙың «Ҡарлуғас», М. Фәйзиҙең «Аҫылйәр», Г. Әхмәтшиндың «Тальян гармун», Н. Нәжмиҙең «Яҙғы йыр», М. Кәримдең «Яңғыҙ ҡайын» һәм башҡалар.
— Арыҫлан Ҡотлоәхмәт улы бөйөк актер, режиссер һәм драматург ҡына түгел, ул Башҡортостандың символы, — тип билдәләне Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Салауат Сәғитов.
Арыҫлан Мөбәрәковтың иң билдәле актерлыҡ эштәре драма һәм кинофильмдарҙа, шул иҫәптән Степан Злобин сценарийы буйынса режиссер Яков Протазановтың «Салауат Юлаев» фильмындағы Салауат Юлаев роле менән бәйләнгән.
Арыҫлан Мөбәрәковтың ҡыҙы – Гөлли Мөбәрәкова рәхмәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
— Атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡарт олатайыбыҙға ҡарата ошондай иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт, — тине ул. — Ул әле лә хәтерҙә. Арыҫлан Мөбәрәковтың рухы беҙҙең арала мөғжизә булып йәшәүен дауам итә.
Автор:Руфина Хананова | фото: Руфина Хананова
Теги:хәтер
Читайте нас: