Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
0
91.12
0
70.69
+2.05
20+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2011, 16:51
Ветерандар көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе
Өфө гарнизонының Офицерҙар йортонда 26 ғинуарҙа Башҡортостандың Һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты бюроһының һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәренең киңәйтелгән ултырышы үткәрелде.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар ветерандар йәмәғәт ойошмаларының Координацион советы эшен, Өфө гарнизонының Офицерҙар йорто базаһында Ветерандар йорто төҙөүҙе һәм һуғыш ветерандары өсөн госпиталь ойоштороуҙы тикшерҙе. Йәмәғәт ойошмалары етәкселәре Өфөнөң Офицерҙар йортон бөтөрөргә йыйыныуҙары айҡанлы борсолоу белдерҙе.
Ветерандар берләшмәләре лидерҙары республика Президенты Рөстәм Хәмитов алдына ҡуйырға йыйынған мәсьәләләр исемлегенә төҙәтмәләр индерҙе.
Ултырышта ҡатнашыусылар шулай уҡ ветерандарҙы пенсия өҫтәмәләре, торлаҡ һәм льготалар менән тәьмин итеү проблемаларын да тикшерҙе.
Автор:
Тимур Рәхмәтуллин | фото: Тимур Рәхмәтуллин
Теги:
ветерандар
йәмәғәт ойошмалары
Читайте нас: