Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.84
-0.47
90.88
-0.68
62.51
+0.52
3+ °C
Ясно
Йәмғиәт
25 Января 2011, 06:25

Өфөлә яңы мәсет төҙөйәсәктәр

Өфөлә белем биреү мосолман үҙәге менән яңы мәсет төҙөргә планлаштырыла. Был турала ҡала хакимиәтендәге кәңәшмәлә ҡала башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Дмитрюк хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы дини-мәғариф мосолман комплексы өсөн урын Калинин исемендәге парк эргәһендә Октябрь проспекты менән Трамвай урамы сатында һайланған.
Буласаҡ мәсеткә тәүге нигеҙ ташы һалыу тантанаһы февралдең тәүге яртыһына билдәләнгән.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас