12:24 (UTC+5), 25 Января 2011

Өфөлә Николай Калинушкинға таҡтаташ асылды

Әлфиә Әһлиуллина
Өфөлә Менделеев урамындағы 138-се йортта Еңеү паркындағы «Ҡайғылы әсә» һәйкәле авторы, билдәле скульптор Николай Калинушкинға таҡтаташ ҡуйылды. Уны рәссамдың тыуған көнөндә, 25 ғинуарҙа астылар.
— Бөгөн Николай Александровичҡа 63 йәш тулыр ине. Ете йыл инде ул беҙҙең арала юҡ, һәм был бик ауыр, — тине скульпторҙың тол ҡалған ҡатыны Марина Калинушкина.
— Әлбиттә, ҡала өсөн ул күп эшләне, һәм ҡаланың уны онотмауы беҙҙең өсөн оло хөрмәт һәм ҙур шатлыҡ. Ул яҡшы атай, дуҫ, уҡытыусы һәм, ғөмүмән, бик изге күңелле кеше булды, шуның менән генә лә ул иҫтәлекле таҡтаташҡа лайыҡтыр, — тине скульпторҙың ҡатыны.
Ғаилә ағзаларынан тыш, таҡтаташ асыу тантанаһына Николай Калинушкиндың дуҫтары, коллегалары, уҡыусылары, шулай уҡ власть вәкилдәре килде.
Тантананы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Ирина Мәхмүтова асты.
— Николай Калинушкинға таҡтаташ асыу – рәссамдың таланты алдында беҙҙең баш эйеүебеҙҙе белдерә, — тип билдәләне министр урынбаҫары. Ул шулай уҡ, Николай Калинушкинға һәр ваҡыт юғары гражданлыҡ позицияһы хас булды, ул әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә булды, тип иҫкә алды.
— Ул үҙ заманында Өфөлә скульптура буйынса төрлө симпозиумдар үткәреү инициаторы булып сығыш яһаны. Бынан тыш, ул оҙаҡ йылдар төбәк Рәссамдар союзына уңышлы етәкселек итте. Һынлы сәнғәт өлкәһендәге «Акварельная весна» фестивале, Урал баҫма графика триенналеһы кеүек ҙур сараларҙы Николай Калинушкин ойошторҙо, — тине Ирина Мәхмүтова.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика