04:12 (UTC+5), 25 Января 2011

Башҡортостанда ирекле янғын дружиналары булдырылыуы ихтимал

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостанда ирекле янғын дружиналары системаһын ойошторорға тәҡдим ителде. «Европа» сауҙа үҙәгендәге янғынға бәйле, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров оло быуын вәкилдәренә яҡшы таныш был структураны тергеҙеү инициативаһы менән сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, ирекле янғын хеҙмәтен ойоштороу тураһындағы федераль закон әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһында тикшереү үтә. Ләкин тейешле закон инициативаһы төбәк кимәлендә лә бойомға ашырыла ала.
Бындай трагедиялар ҡабатланмаһын өсөн Юрий Пустовгаров ҡабул ителергә тейешле тағы бер нисә сараны әйтеп ишеттерҙе.
— Бөтә ҙур ойошмаларҙа даими эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙән янғын расчеттары ойошторорға, бизнес-үҙәктәрҙә тәмәке тартыуҙы тыйырға, йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына тағы ла ҡатыраҡ талаптар ҡуйырға, милек хужалары иҫәбенә республиканың 1000 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы бөтә объекттарында янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы штат берәмектәре индерергә кәрәк, - тине вице-премьер дүшәмбе көндө үткән БР Хөкүмәте ултырышында.
Янғын хәүефһеҙлеге буйынса иң ябай шарттар ҙа ҡаралмаған ойошмаларҙың эшмәкәрлеген Юрий Пустовгаров туҡтатып торорға тәҡдим итте. Уның фекеренсә, штраф ҡына етмәй, сөнки милекселәргә, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә аҡса түгеү урынына, штраф түләүе еңелерәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика