11:51 (UTC+5), 24 Января 2011

Хеҙмәт министрлығы балалар пособиелары түләү буйынса "ҡыҙыу линия" асты

Сергей Захаров
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы балаға айлыҡ пособие тәғәйенләгәндә «БР-ҙа балаға айлыҡ пособие тураһында»ғы Законға индерелгән төҙәтмәләр менән билдәләнгән үҙгәрештәр тураһында аңлатма бирҙе, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтендә.
Законға ярашлы, заявка биреүсенең һәм ғаилә ағзаларының килемдәрен раҫлаусы документтар тапшырғанда ғына пособие тәғәйенләнә.
Балаға айлыҡ пособие 2010 йылдың 13 декабренә тиклем тәғәйенләнгән граждандарға ул быйыл ғинуарҙа һәм февралдә түләнәсәк. 1 марттан уны түләү туҡтатыласаҡ.
Әммә, әгәр балалар пособиеһы алыусы 2011 йылдың 31 майына тиклем йәшәгән урыны буйынса социаль яҡлау органына ғаиләһенең килемен раҫлаусы документтар килтерһә, пособие түләү ҡайтанан тергеҙеләсәк.
Пособие алыуға хоҡуҡты 31 майҙан һуң раҫлаған осраҡта, ул уҙған ваҡыт өсөн дә түләнәсәк, ләкин документтарҙы килтергән айға тиклемге өс ай өсөн генә.
Балаға пособие алыусыларға пособиеға һәм уны артабан түләүгә хоҡуҡты раҫлау өсөн бөтә һорауҙар менән халыҡты социаль яҡлау органдарына 2011 йылдың 1 мартынан һуң мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Шулай уҡ БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында килеп тыуған һорауҙарҙы аңлатыу өсөн «ҡыҙыу линия» асылды.
Шылтыратыуҙар эш көндәрендә 18 сәғәткә тиклем 273-52-12 телефоны аша ҡабул ителә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика