06:38 (UTC+5), 21 Января 2011

Халыҡҡа – бушлай юридик ярҙам

Анжелика Ғиззәтуллина
Ир һәм ҡатын мөнәсәбәттәре өҙөлөүенең хоҡуҡи эҙемтәләре ниндәй – йыйған донъяны һәм балаларҙы нисек бүлергә? Күп фатирлы йорттарҙың тышҡы косметик ремонтына был йортта йәшәүселәр ниңә үҙҙәре түләй? Һыу кранын ябырға онотҡан күршеләрҙән ремонт өсөн түләүҙәрен талап итеп буламы? Көндәлек тормошта тыуып торған ошо һәм башҡа һорауҙарға «Версия Башкортостана» ижтимағи-хоҡуҡи аҙналығы редакцияһында гәзит ҡунаҡтары – адвокаттар, прокурорҙар, һәр төрлө ведомстволар хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.
Шишәмбе, 25 ғинуарҙа, БР Прокуратураһы Енәйәт-процессуаль һәм оператив-тикшереү эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса идаралығының 1-се бүлеге өлкән прокуроры Азат Рәхмәтуллин телефон аша тиҙ хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк.
Хеҙмәт бушлай һәм уның менән мохтаж булғандарҙың барыһы ла ҡуллана ала. Бының өсөн 15 сәғәттән 17-гә тиклем (8-347) 272-79-16 телефонына шылтыратырға кәрәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был даими рубрика, граждандар менән аралашыу айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе үтә.
«Ҡыҙыу линия»ға мөрәжәғәттәр һәр ваҡыт бик күп һорауҙарҙы үҙ эсенә ала. Ике сәғәт дауамында ҡабул ителгән һорауҙарға яуаптар «Версия Башкортостана» гәзитенең киләһе һандарында баҫылып сыға.
Шулай уҡ һорауығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә урынлаштырылған купонға яҙып ебәрә алаһығыҙ – яуап гәзиттең йәнә бер даими рубрикаһы - “Һеҙҙең хоҡуғығыҙ” ("Ваше право") битендә баҫылып сығасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика