14:36 (UTC+5), 20 Января 2011

Башҡортостан делегацияһы автомашиналар эшләүселәр ҡалаһының йәштәр сәйәсәте менән танышты

Көн элгәре Татарстандың Яр Саллы ҡалаһына Башҡортостан Республикаһы (Учалы ҡалаһы) делегацияһы килде, тип хәбәр итә «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы. Йәштәр үҙәге һәм йәштәр өсөн психологик ярҙам хеҙмәте эшмәкәрлеге менән танышыу Учалы ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты вәкилдәренең автоградҡа килеүенең төп маҡсаты булған.
Учалылар «Шатлыҡ», «Орион», «Нур», «Заман» һәм башҡа йәштәр үҙәген ҡараған. Һуңыраҡ «Нур» йәштәр үҙәгендә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә ике яҡ өсөн дә берҙәй файҙалы булған йәштәр өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу үткән. Яр Саллының йәштәр эштәре буйынса идаралығы начальнигы Александр Литвяков ҡунаҡтарға ҡалала ғәмәлгә ашырылған йәштәр сәйәсәте программаһы, һәр учреждениеның тәғәйенләнеше, йәштәр менән эшләүҙең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләгән.
Автомашиналар эшләүселәр ҡалаһының йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге эштәре делегацияла ҙур тәьҫораттар ҡалдырған, улар хужаларға йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт белдереп, коллегаларын яуап визиты менән Башҡортостан Республикаһына саҡырған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика