04:24 (UTC+5), 19 Января 2011

Шаран ауылында Ветерандар йорто асылды

Рәил Мусин
Шишәмбе көндө Шаран ауылында тантаналы рәүештә Ветерандар йорто асылды. Ике ай дауамында әүәлге ер комитеты бинаһында ремонт эштәре алып барылды. Эшҡыуарҙар, төрлө учреждениелар һәм ойошмалар ярҙам ҡулын һуҙҙы: берәүҙәре төҙөлөш материалдары һатып алһа, икенселәр финанс средстволар бүлде, өсөнсөләр эшселәр көсө менән тәьмин итте. Һөҙөмтәлә, заманса материалдар ҡулланып, ял итеү, ҡунаҡтар ҡабул итеү, һәр төрлө түңәрәктәр үткәреү өсөн бүлмәләр булдырылды.
Йомшаҡ мебель, өҫтәл-ултырғыстар, һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес, сәй сервиздары, шахмат, шашкалар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр — былар барыһы ла хеҙмәт коллективтары, айырым кешеләрҙең бүләктәре. Улар үҙ эшмәкәрлеген яңы башлаусы Ветерандар йортона бик тә ярап ҡалды.
Тәбрикләү һүҙҙәре менән сарала ҡатнашыусыларға урындағы православие ғибәҙәтханаһы протоиерейы Василий һәм Шаран ауылы имам-хатибы Тимерйән хәҙрәт мөрәжәғәт итте.
— 2010 йылдың октябрендә беҙ был мөһим объектты асырға ҡарар иттек, - тине район хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин, - һәм мин ошондай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә беҙҙең пенсионерҙарға осрашыуҙар, саралар үткәреү, әүҙем тормош алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдыра алыуыбыҙға бик шатмын.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика