Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.51
-0.5
90.94
+0.94
75.32
+2.09
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2011, 09:06
БР-ҙағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы РФ Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар ҡабул итеүҙе ойоштора
20 ғинуарҙа 16 сәғәттә Рәсәй Федерацияһы Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә хеҙмәт ҡануниәтен үтәү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү үткәрелә. Халыҡты Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт хеҙмәт инспекторы урынбаҫары (хеҙмәт һаҡлау буйынса) Владимир Сергеевич Гребенников ҡабул итәсәк.
Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100-сө йорт ("Үҙәк баҙар" транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
анонс
Читайте нас: