06:09 (UTC+5), 18 Ғинуар 2011

Рөстәм Хәмитов: «Авария хәлдәре кисекмәҫтән бөтөрөлөргә тейеш»

"Башинформ"
17 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иглин һәм Благовещен райондарында килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәр менән бәйле күрһәтмә бирҙе.
16 ғинуарға ҡарата төндә Иглин ҡасабаһында газ бүлеү станцияһына ватып инәләр, һөҙөмтәлә тораҡ пунктының үҙәк ҡаҙанлығына газ биреү туҡтатыла. 2000-дән ашыу объект газһыҙ ҡала. Урынға килеп еткән ремонт бригадаһы хәлде төҙәтә. Енәйәтсе тотола һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла.
Рөстәм Хәмитов бындай объекттарҙы тәүлек әйләнәһенә һаҡлау мәсьәләһен хәл итергә ҡушты, сөнки уларҙағы һәр төрлө ғәҙәттән тыш хәл ҙур фажиғәгә килтереүе ихтимал.
Икенсе ғәҙәттән тыш хәл 16 ғинуарҙа Благовещен ҡалаһында булды. Иртәнсәк йылылыҡ селтәрҙәре участкаһында Өфө эргәһе яғыулыҡ-энергетика үҙәгенән ҡалаға магистраль торба үткәргес тишелеүе асыҡлана. Ремонт бригадалары был урынды эҙләү менән туғыҙ сәғәттән ашыу шөғөлләнә, ғәҙәттән тыш хәл 22 сәғәт 30 минутта ғына тулыһынса төҙәтелә. Авария һөҙөмтәһендә ҡалалағы 34 мең кешене солғап алған торлаҡ йорттар һәм ҡайһы бер объекттар йылыһыҙ ҡала. Объекттарҙың ҡайһы берҙәрендә температура Цельсий буйынса 15 градусҡа тиклем төшә.
Башҡортостан Президенты бындай хәлдәргә юл ҡуймау өсөн республиканың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен тепловизорҙар менән йыһазландырыуҙы талап итте, тип хәбәр итә төбәк башлығы матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика