11:41 (UTC+5), 18 Января 2011

Өфөлә кесе йәштәге енәйәтселәр өсөн йорт төҙөлдө

Ольга Мортазина
Өфөлә Балиғ булмаған үҫмерҙәрҙе ваҡытлыса ҡарау үҙәге асылды. Уны асыу тантанаһында БР буйынса Эске эштәр министрлығы башлығы Игорь Алешин, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Тыл департаменты начальнигы урынбаҫары Станислав Трушин, БР-ҙа Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты. Үҙәк Черниковкала, Пекин урамы, 5 адресы буйынса урынлашҡан. Был урамдағы иҫке йорттарҙың береһен «Рәсәй балалары» федераль программаһы средстволарына балалар учреждениеһы итеп тулыһынса реконструкцияланылар. Бина йыһазландырыу менән бергә 29 миллион һумға төштө. Бында медицина блогы һәм ашханаһы менән кухня, уҡыу кластары һәм йоҡо бүлмәләре ҡаралған. Әммә коридорҙарҙа һәм ингән урында – күҙәтеү камералары, бөтә ишектәр ҙә тиерлек йоҙаҡҡа бикләнә. Был бина кескәйҙәр өсөн булһа ла, хоҡуҡ тәртибен боҙоусылар өсөн тәғәйенләнгән бит.
- Бындай йорттарға килеп эләккән балалар, ҡағиҙә булараҡ, имен булмаған ғаиләләрҙән, — тине Станислав Трушин. – Бында улар әлегәсә күрмәгән хәстәрлек һәм иғтибар менән солғап алынырға тейеш.
«Рәсәй балалары» программаһы эшләй башлағандан алып дүрт йыл эсендә илдә 38 ошондай үҙәк барлыҡҡа килде, тип өҫтәне федераль чиновник. Үҙәктә 23 хеҙмәткәр, шул иҫәптән психологтар эшләй. Үҙәк белгестәре хәбәр итеүенсә, уларға бинаны файҙаланыуға һуңғы рөхсәттәрҙе алырға ҡалды, бер-ике аҙнанан балаларҙы ҡабул итә башлаясаҡтар. Бында бер үк ваҡытта тәртип боҙған 30-лап кесе йәштәге бала йәшәй ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика