Өфөлә 2010 йылда 100 спорт мастеры һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры әҙерләнде. Был турала шишәмбе көнө Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә физик культура һәм спорт буйынса ҡала комитеты рәйесе Сергей Степанов хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был осорҙа ҡаланың спорт резервында 450-нән ашыу спорт мастерлығына кандидат һәм һигеҙ мең самаһы разрядлы спортсы өҫтәлде. Бынан тыш, Өфөнөң тағы ете спортсыһы «Атҡаҙанған спорт мастеры» исеменә лайыҡ булды.