Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
9+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Йәмғиәт
18 Января 2011, 04:36
Бәләбәйҙә балаларға кисектергеһеҙ медицина ярҙамы кибинеты асылды
Бәләбәй ҡалаһының балалар поликлиникаһында кисектергеһеҙ медицина ярҙамы кабинеты эшләй башланы. Хәҙер баланы биҙгәк тотһа, сәбәбе билдәләнмәгән ауыртыуҙар, аңлашылмаған сабыртма күҙәтелһә, йәки тыны ҡыҫылһа, 3-04-03 телефонына шылтыратып, табипты өйгә саҡыртырға мөмкин, тип хәбәр итә «Белебеевские известия» гәзите. Кисектергеһеҙ медицина ярҙамы кабинетына мөрәжәғәт иткәндән һуң өс сәғәт эсендә педиатр һәм фельдшер ауырыған балаға юллана, улар уны тикшереп, дауалау курсын билдәләй. Артабан бар мәғлүмәт тулыһынса һауыҡҡанға тиклем баланы күҙәтеү өсөн участка педиатрына тапшырыла. Кәрәк булғанда кисектергеһеҙ госпитализациялау мәсьәләһе лә хәл ителә.
Автор:
Мөсәүир Камалетдинов
Теги:
һаулыҡ һаҡлау
«һаулыҡ» милли проекты
Читайте нас