04:52 (UTC+5), 13 Января 2011

Рөстәм Хәмитов: “Һәр тау саңғыһы курортында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе булырға тейеш”

"Башинформ"
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала тау саңғыһы буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре булдырыу инициативаһы менән сығыш яһаны. Был мәктәптәрҙе эшләп килеүсе «Абҙаҡ», «Яҡтыкүл», «Ҡандракүл» һәм «Өйәҙетау» (Октябрьский ҡалаһы) тау саңғыһы курорттары базаһында асыу планлаштырыла.
«Башҡортостандың барлыҡ тау саңғыһы курорттарында тау саңғыһы мәктәптәре эшләргә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөтә донъяла шулай ҡабул ителгән, һәм был чемпиондарҙы тәрбиәләү өсөн нигеҙ булып тора. Район етәкселәре был маҡсаттарға сисенеп-кейенеү өсөн тәғәйенләнгән биналар бүлергә вәғәҙә итте. Ә беҙҙең бурыс — бындай мәктәптәрҙе ойоштороу, саңғы, кәрәк-яраҡтар һатып алыу өсөн аҡса табыу».
Рөстәм Хәмитов, Башҡортостандың яҡшы йыһазландырылған тау саңғыһы курорттарына туристар илебеҙҙең һәр тарафтарынан килә, ә республикала йәшәүсе балалар унда бара алмай, тип билдәләне. Мәҫәлән, “Абҙаҡ”та 150-гә яҡын үҫмер шөғөлләнә, ләкин күрше ауылдарҙағы 250-гә яҡын баланың бындай мөмкинлеге юҡ.
«Мин Башҡортостан Президентының республикала тау саңғыһы мәктәптәре ойоштороу тураһындағы башланғысын хуплайым, — тине Рәсәйҙең Тау саңғыһы һәм сноуборд федерацияһы президенты Светлана Гладышева. — Спортҡа кесе йәштән нигеҙ һалына. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре — буласаҡ чемпиондар шөғөлләнгән урын. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр тау саңғыһы мәктәптәре ойоштороуҙа методик ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика