05:20 (UTC+5), 13 Января 2011

Бөтөрөлгән наркокартель айына 1,5 миллион доллар табыш алған

Ольга Мортазина
Бер нисә үҙәк мәғлүмәт агентлыҡтары һәм баҫмалары, федераль наркоконтроль башлығы Виктор Ивановҡа һылтанып, 1 ғинуарҙа (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 3 ғинуарҙа) Башҡортостанда ҙур наркокартелдең юҡҡа сығарылыуы хаҡында хәбәр итә. Был операция, ти Иванов, ведомство тарихында иң ҙуры булып тора — 93 кеше ҡулға алынды. Енәйәтселәр төркөмөндә бөтәһе 200-ләп ағза булған, наркотиктар һатыуҙан айлыҡ табыш 1,5 миллион доллар тәшкил иткән.
Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтендә, был операция ҡырғыҙ трафигын юҡҡа сығарыуҙың сираттағы, ихтимал, һуңғы этабы булғандыр, тип аңлаттылар. Башҡортостанда операцияның беренсе өлөшө 2010 йылдың июль аҙағында үткәрелгәйне. «Башинформ» был турала 2 августа хәбәр иткәйне: http://www.bashinform.ru/news/290028/.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика