Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.51
-0.5
90.94
+0.94
75.32
+2.09
20+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2011, 09:30
13 ғинуарҙа һалым түләү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителә
13 ғинуарҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең Башҡортостан буйынса төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә ер, транспорт һалымдарын түләү һәм физик шәхестәрҙең килеменә һалым мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү үтәсәк. Халыҡ менән Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының һалым түләүселәр һәм киң мәғлүмәт саралары менән эшләү бүлеге начальнигы Сергей Шурыгин аралашасаҡ.
Ҡабул итеү16 сәғәттә башлана.
Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100-сө йорт («Үҙәк баҙар» туҡталышы).
Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
анонс
Читайте нас: