04:44 (UTC+5), 11 Ғинуар 2011

Ҡалтасы районында һәләк булған балаларҙың ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтеләсәк

"Башинформ"
8 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡалтасы районында ошо көндәрҙә ҡар аҫтында ҡалып һәләк булған ике үҫмер – Виктор Минингалин менән Андрей Евсеевтың ғаиләләренә матди ярҙам бүлеү тураһында ҡарар сығарҙы. Һәр ғаиләгә 75 мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк.
Башҡортостан Президенты ике гонаһһыҙ сабыйҙың ғүмерен өҙгән фажиғәгә бәйле балаларҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 ғинуарҙа Ҡалтасы районы буйынса милиция бүлегенә Аҡтуған ауылында йәшәүсе ҡатын 12 йәшлек улы Викторҙың юғалыуы хаҡында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Бер көн элек үҫмер үҙенең 15 йәшлек дуҫы Андрей менән уйнарға сыға, әммә өйгә әйләнеп ҡайтмай. Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре балаларҙы эҙләргә сыға. Уларға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы халыҡ ҡушыла.
7 ғинуарҙа балаларҙың кәүҙәләрен ауылдан алыҫ түгел ерҙә ҡар аҫтынан табып алалар. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, балалар йырынға төшкән, шул саҡ уларҙың өҫтөнә ҡар ишелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика