Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Декабрь 2010, 15:27

Рөстәм Хәмитов чиновниктарға каникулда бәйләнештә булырға ҡушты

Башҡортостан Хөкүмәтендә янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрелде. Министрҙар һәм ведомстволар етәкселәре видеоселектор буйынса ҡала һәм район башлыҡтары менән аралашты.
— Бер аҙна элек хөкүмәт ултырышында чиновниктарға эштәр ҡушылғайны, бөгөн уларҙың барыһы ла үтәлгәнме-юҡмы икәнлеген тикшерәбеҙ, — тип башланы кәңәшмәне БР Президенты Рөстәм Хәмитов.
2010 йылдың 25 декабренән 2011 йылдың 15 ғинуарына тиклем республикала айырым янғынға ҡаршы режим иғлан ителде. Президент билдәләүенсә, яңы йыл каникулдары көндәрендә хоҡуҡ һаҡлау органдарына һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә эш бермә-бер артасаҡ. «Һауа торошо ла сюрприздар килтереүе ихтимал, шуға ла беҙ һәр төрлө ғәҙәттән тыш хәлгә әҙер булырға тейешбеҙ. Ихтимал, шул саҡта улар булмаҫ та», — тип билдәләне Рөстәм Зәки улы. Яуаплы чиновниктар телефондарын һүндермәҫкә һәм бөтә каникул буйына бәйләнештә булырға тейеш, тип белдерҙе Президент.
Статистика буйынса, тап ғинуарҙа 200-ләп янғын сыға, тип иҫкәртте Президент, уларҙа 30-35 кеше һәләк була. Төп сәбәп — вайымһыҙлыҡ һәм ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау. Рөстәм Хәмитов мәжбүри саралар исемлеген һанап сыҡты, улар араһында муниципалитеттарҙа тәүлек әйләнәһенә дежур итеү, төнөн алкоголь менән сауҙа итеүҙе тыйыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын һаҡлау, мәҙәниәт һәм ял учреждениелары буйлап рейдтар. «Янғын хәүефһеҙлеге — бик етди мәсьәлә. Телевидение аша, урамдарҙа, йәмәғәт транспортында агитацияны көсәйтергә кәрәк», — тине Президент.
Автор:Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: