10:30 (UTC+5), 30 Декабря 2010

Мысыр шәйехтәре Өфө мосолмандары менән осрашты

Тимур Рәхмәтуллин | автор фотоһы
Шаршамбы көндө М.Солтанова исемендәге Ислам колледжында Мысырҙан килгән дүрт шәйехтең Өфө мосолмандары менән осрашыуы үтте. Ойоштороусылар булып колледж етәкселеге һәм «Рисәләт-Послание» гәзите мөхәрририәте сығыш яһаны. Йыйылыш баҫмаға яҙылыу кампанияһына йомғаҡ яһау сиктәрендә үтте.
Ғәрәп ҡунаҡтар республикала конфессия-ара хәлдең тотороҡло булыуын һәм Башҡортостан етәкселегенең дингә ҡарата аҡыллы сәйәсәтен билдәләне.
— Башҡортостанға килеүемә беренсе йыл түгел, — тине шәйех Хөсәйен Ид. – Миңә райондар буйлап йөрөү, диндәштәр менән аралашыу оҡшай. Аңлауымса, халыҡты мосолман лозунгылары аҫтына йәшеренгән агрессия күренештәре борсолдора. Мин барыһына ла, ислам бер ниндәй экстремизм һәм терроризмды рөхсәт итмәй, тип яуап бирәм. Дин тотоусы тормошоноң төп маҡсаты – Хоҙай Тәғәләнең мәрхәмәтенә ирешеү. Был, тимәк, енәйәт эшләмәү, дәүләт нигеҙҙәрен боҙмау.
Ислам колледжы директоры Илдар Малахов әйтеүенсә, шәйехтәр Өфөгә «Әл-Әзһәр» халыҡ-ара ислам университетының (Ҡаһирә, Мысыр) Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты менән хеҙмәттәшлеге программаһы буйынса килгән. Ғәрәп белгестәр колледж студенттарын уҡыта һәм республика райондарында ислам нигеҙҙәре буйнса лекциялар алып бара.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика