09:58 (UTC+5), 30 Декабря 2010

Кадрҙар проблемаһын БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы закондар сығарыу кимәлендә хәл итергә тәҡдим итә

Әлфиә Әһлиуллина
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙар дефициты проблемаһын Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ярҙамында хәл итергә планлаштыра.
— Һәр төрлө варианттар ҡарала, әммә бында системалы, кардиналь ҡарар кәрәк. Депутаттар был проблеманы хәл итергә ярҙам итһен өсөн, әле беҙ закон сығарыу инициативаһы мәсьәләһен тикшерәбеҙ, - тине БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Георгий Шебаев Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында барған тапшырыуҙа. — Бер яҡтан, был торлаҡ биреү, икенсенән — эш хаҡын күтәреү, ниндәйҙер төбәк кимәлендәге өҫтәмәләр һәм башҡалар.
— Беҙҙә кадрҙар дефициты, ҡала һәм ауыл араһында тигеҙһеҙлек бар. Күптәр баш ҡалала йәки башҡа ҙур ҡалаларҙа эшләргә теләй. Һәм был проблеманы, күрәһең, урында табиптарҙы йәлеп итерлек шарттар тыуҙырып ҡына хәл итергә булалыр, - тип билдәләне Георгий Шебаев.
Уның әйтеүенсә, кадрҙар – ул кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә.
— Беҙ дауаханалар төҙөп, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландыра алабыҙ, әммә унда белгестәр булмаһа, был республикаға файҙа алып килмәйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика