Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.18
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2010, 10:28

Ислам реабилитация үҙәге 18 кешене наркотиктар тырнағынан ҡотҡарҙы

«Нәсихәт» ислам реабилитация үҙәге бер йылда 18 кешене наркотиктарға бәйлелектән ҡотҡарған. Был турала «Башинформ» агентлығына үҙәкте ойоштороусы Нурмөхәмәт Нуриев хәбәр итте.
— Йыл дауамында беҙҙә наркоманлыҡ һәм алкоголизм тырнағына эләккән 100 кеше реабилитация үтте, — тине ул. – Шуларҙың утыҙының дөрөҫ юлға аяҡ баҫыуына, был һаҙлыҡҡа киренән батмаясаҡтарына ышанам. Был кешеләр ғаиләләренә әйләнеп ҡайтты, эшкә урынлашты. Беҙҙең өсөн был ҙур һөҙөмтә. Ҡалғандары менән бәйләнеш тотабыҙ һәм яҙмыштарын иғтибар менән күҙәтәбеҙ. Беҙҙең үҙәктең уҡыусылары хәҙер филиалда – республиканың Салауат районында социаль адаптация үтә. Әлеге ваҡытта яңы төркөм туплайбыҙ.
«Нәсихәт» ислам реабилитация үҙәге Өфөнөң Калинин районы Максимовка ҡасабаһында урынлашҡан. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре алкоголь һәм наркотик матдәләрҙе тыйыусы исламға һәм кешеләр араһында йылы мөнәсәбәттәргә нигеҙләнеп эш итә. Үҙәк реабилитанттарҙы медицина дауалауы курсын үткәндән һуң ғына ҡабул итә.
Автор:Тимур Рәхмәтуллин
Читайте нас: