12:26 (UTC+5), 28 Декабря 2010

Фидус Ямалетдинов: «Социаль ярҙам идеологияһы үҙгәртелергә тейеш»

Руфина Хананова
— Башҡортостан Президенты халыҡты эш урындары, лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итеү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу бурысын ҡуйғайны. Бөтә өс күрһәткес буйынса беҙ дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән артта ҡалабыҙ, - тип белдерҙе кисә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында барған «Осраҡлы булмаған кешеләр» программаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов.
Ул халыҡты эш менән тәьмин итеү мәсьәләһенең иҡтисад өлкәһенә ҡарауын һәм бөгөн ике программа сиктәрендә хәл ителеүен билдәләне. Беренсеһе — ул халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү. Был программа федераль бюджет субсидиялары иҫәбенә финанслана һәм эш эҙләгән кешеләргә тәғәйенләнгән. Икенсе программа хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән.
Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә, ике программа структураһында ла бер нисә йүнәлеш бар: ҡайтанан уҡытыу, булған вакансияларҙың мәғлүмәт базаһы менән таныштырыу, үҙеңдең бизнесыңды асыуға старт капиталы бүлеү, йәш белгестәрҙең ойошмаларҙа стажировкаһы, инвалидтарҙы һәм балалы ҡатындарҙы эшкә урынлаштырыу. Уның фекеренсә, был йүнәлештәрҙең барыһы ла төбәктә эшһеҙҙәр һанын кәметергә ярҙам итәсәк.
Вице-премьер һөйләгән икенсе мөһим проблема — социаль торлаҡ. Әлеге ваҡытта республикала 900 күп балалы ғаилә торлаҡ алыуға сиратта тора.
Уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге тураһында Фидус Ямалетдинов бына нимә тине: «Республикала социаль торлаҡ төҙөлөшө буйынса махсус программа әҙерләнгән. Был программа буйынса төҙөлөүсе торлаҡтың 60 проценты эконом-класҡа ҡараясаҡ. Баҙарҙа социаль торлаҡ һатып алыу мәсьәләһендә халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан заказсы барлыҡҡа киләсәк».
Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә, социаль ярҙам идеологияһы яҡын арала үҙгәртелергә тейеш.
— Кешеләргә лайыҡлы эш табыуҙа ярҙам итерлек шарттар булдырырға кәрәк, — тип белдерҙе Премьер-министр урынбаҫары.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика