07:52 (UTC+5), 27 Декабря 2010

Яңы йыл төнөндә Башҡортостанда артыҡ һыуыҡ булмаясаҡ

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостанда ҡар яуыуы аҙнаның икенсе яртыһында ғына туҡтаясаҡ. Шаршамбыға тиклем, 29 декабргәсә, республикала ҡар яуыуы һәм юлдарға көрт һалыуы күҙәтеләсәк. Был турала «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте.
— Һауа температураһы был көндәрҙә өс-һигеҙ градус һыуыҡ буласаҡ, — тине ул. –29 декабрҙән һауа торошо үҙгәрәсәк, ҡар һирәк яуасаҡ.
30 декабргә ҡарай төндә һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә. Ул минус 10-15 градус тәшкил итәсәк, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа 20 градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал.
Анна Козаева әйтеүенсә, иң һыуыҡ төн 31 декабргә тура киләсәк. Республика буйынса һауа температура минус 17-22 градус тәшкил итһә, төньяҡ райондарҙа 30 градус һыуыҡ буласаҡ.
Яңы йыл төнөндә республика буйынса - минус 10-15 градус, айырым райондарҙа 17-22 градусҡаса һыуыҡ булыуы көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика