08:25 (UTC+5), 27 Декабря 2010

Башҡортостанда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының йәштәр советтары ойошторола

Тимур Рәхмәтуллин
Республикабыҙ райондары һәм ҡалаларында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының йәштәр советтары ойоштороласаҡ. Был турала «Башинформ» агентлығына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, йәштәр советтары район ҡоролтайҙары ҡарамағында асыла.
— Бындай советтар әлегә республиканың биш районында булдырылған, - тине Вәлиәхмәт Бәҙретдинов. – Мартҡа уларҙы бөтә ауыл-ҡалаларҙа асырға ниәтләйбеҙ. Был хәрәкәт яңы башлана ғына. Башҡарма комитеттың бар ағзаларын да эшкә йәлеп итәбеҙ, һәр береһе айырым район өсөн яуаплы буласаҡ. Артабан эш планын тикшерәсәкбеҙ, республика семинары үткәрәсәкбеҙ.
Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау йәштәр советы эшенең төп йүнәлеше буласаҡ. Бынан тыш, улар киң мәҙәни һәм мәғариф саралары алып барыу менән шөғөлләнәсәк, йәштәрҙе әүҙем тормош позицияһына дәртләндерәсәк. Яңы советтар эшен Барҡарма комитет рәйесенең йәштәр эштәре буйынса урынбаҫары Фәнзил Әхмәтшин контролдә тотасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика