Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.77
+0.46
90.71
+0.61
65.39
+0.86
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2010, 14:53

Башакадемтеатр имен булмаған ғаиләләрҙең балаларына Яңы йыл иртәлеге ойоштора

24 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында имен булмаған ғаиләләрҙең балаларына Яңы йыл иртәлеге ойоштороласаҡ. Байрамға ҡаланың Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәгенән, Өфөнөң Октябрь районы Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенән, ҡаланың «Индиго» психологик-медик-социаль оҙата барыу үҙәгенән балалар саҡырылған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына театрҙа.
Был көндө Башҡорт академия драма театрының йәш тамашасыларын шыршы тирәләй байрам тамашаһы, уйындар, конкурстар, шулай уҡ ысын Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу көтә. Бынан тыш ҡунаҡтарға 22 декабрҙә театрҙа премьераһы үткән Яңы йыл спектакле - «Буратино» тәҡдим ителәсәк.
Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: