17:07 (UTC+5), 22 Декабря 2010

Өфөлә 186 лифтты алмаштырҙылар

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә торлаҡ йорттарҙы капиталь ремонтлау адреслы программаһы барышында 2010 йылда 186 лифт алмаштырылған. Был турала шишәмбе көндө ҡала хакимиәте башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең Ҡала тормошон тәьмин итеү идаралығы начальнигы Андрей Федосов хәбәр итте.
— Лифт ҡорамалдарын күпләп алмаштырыу быйыл капремонттың төп үҙенсәлеге булды, - тине ул. – Бығаса ҡалала бындай күләмдә лифттар алмаштырылмай торғайны. Сағыштырыу өсөн, адреслы программалар барышында һуңғы өс йылда алмаштырылған лифттарҙың дөйөм иҫәбе 387 берәмек тәшкил итте.
Андрей Федосов әйтеүенсә, 2010 йылда торлаҡ фондын реформалаштырыуҙа энергияны һаҡсыл ҡулланыусы ҡорамалдарға баҫым яһалған. Шулай итеп, 26 торлаҡ йортта автоматлаштырылған идара системаһы менән 33 йылылыҡ счетчигы ҡулланыуға тапшырылған, һигеҙ йортта сарҙаҡ түбәләре йылытылған, 68 подъезда хәрәкәт датчиктары менән яҡтыртҡыстар һәм энергияны һаҡлаусы лампалар ҡуйылған.
Лифттарға килгәндә, Андрей Федосов билдәләүенсә, ағымдағы йылдың октябрендә уларҙың хәүефһеҙлеге тураһында яңы техник регламент көсөнә инде, уға ярашлы Ростехнадзор лифттарҙы ҡабул итеүҙән ситләтелде. Лифт ҡорамалдарына тулыһынса техник тикшереүҙе аккредитация үткән бойондороҡһоҙ ойошма йәки лаборатория үткәрә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика